Ышаныч
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Общие статьи
22 ноябрь 2019, 17:30

ЙОНДОҘНАМӘ (25 ноябрь – 1 декабрь)

Матур үтһен ялығыҙ

ҠУҘЫ
Бөтә хыялдарығыҙ тормошҡа ашыр, тик бының өсөн ты­рыш­лыҡ һалырға кәрәк. Аҙна баш­лан­ғыстарҙың барыһы өсөн дә ҡулай. Балалар сабырлығығыҙҙы һынар, бирешмәгеҙ. Һаулыҡҡа иғтибар итегеҙ, һалҡын тейеү хәүефе бар.

БУҒА
Планлаштырылған эштәрҙе башҡарыу ғына түгел, йыйылып киткән проблемаларҙы ла хәл итерһегеҙ. Матди хәлегеҙ тото­роҡ­ланыр. Ярҙам һораһалар, баш тарт­мағыҙ. Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ. Эштән китеүҙе һораһалар, борсолмағыҙ – уңыштар башлана ғына!

ИГЕҘӘКТӘР
Аҙна барышында бер нисә мөһим осрашыу көтөлә. Осор шулай уҡ торлаҡҡа ремонт яһау йәки йәшәгән урынды алмаштырыу өсөн дә ҡулай булмаҡсы. Кредит алырға, сит кешенән аҡсалата ярҙам һорарға тура килер, моғайын. Тәҡдимдәрҙе ҡабул иткәндә һаҡ булығыҙ.

ҠЫҪАЛА
Һәр йәһәттән уңышлы аҙна, айырыуса шәхси мөнәсәбәттәр өлкәһендә. Хис-тойғоларығыҙҙы күрһәтергә тартынмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр. Ниндәй генә эш тәҡдим итмәһендәр, ризалашығыҙ.

АРЫҪЛАН
Яңы торлаҡ йәки сәйәхәт ту­раһындағы хыялығыҙ ошо арала тормошҡа ашыр. Әлбиттә, уға өлгәшеү өсөн бер аҙ көс түгергә тура килер. Яҡындарығыҙға йылы һүҙҙе йәл­ләмәгеҙ. Балаларығыҙҙы ҡулда тоторға теләһәгеҙ, тәрбиәүи мәсьәләләргә иғтибар итегеҙ.

ҠЫҘ
Һәләттәрегеҙҙе дөрөҫ баһа­ла­ғыҙ: мауығып тотонған шөғө­лөгөҙҙөң мул табыш килтергән ғүмерлек кәсепкә әүерелеүе ихтимал. Ял итергә уйлаһағыҙ, алыҫ юлға сыҡ­маҫҡа кәңәш ителә. Яңғыҙҙар үҙ яртыһын осратыуы ихтимал.

ҮЛСӘҮ
Был осорҙа өҫтөнлөклө йүнә­леш – эш. Унда әллә ни үҙгә­рештәр көтөлмәһә лә, артыҡ көсөргәнеш менән һаулығығыҙға зыян килеп ҡуймаһын. Шәхси тормошта ғаилә ҡороу йәки мөнәсәбәттәрҙе никах менән нығытыу ихтималлығы бар.

САЯН
Иғтибар үҙәгендә булыр­һы­ғыҙ. Был осор карьерала уңыш­тар, яңы социаль статус, мөхәб­бәт өлкәһендә еңеүҙәр вәғәҙә итә. Яңғыҙ саяндарҙың ишеген мөхәббәт ҡағыр, хис-тойғоларҙан башығыҙ әйләнеп китмәһен. Аҡса мәсьәләһендә һаҡ булығыҙ.

УҠСЫ
Яҡындарығыҙ хаҡында хәс­тәр­лек күрергә, көйөп-янырға, ҡат­марлы минуттар кисерергә әҙер булығыҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында йондоҙҙар килем вәғәҙә итә. Ял көндәрендә мөһим тәҡдим яһарҙар, унан баш тарта күрмәгеҙ – ҙур уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге бар.

ЫЛАҠ
“Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” мә­ҡәленә таянырға кәңәш ителә. Һәр аҙымығыҙҙы үлсәп баҫығыҙ. Матди йәһәттән хәлегеҙ тотороҡло күренә. Ғаиләгеҙ күберәк ваҡыт талап итер. Яңғыҙҙар осраҡлы кеше менән мөнәсәбәт ҡороп, ғәҙәттән тыш хәлгә эләгеүе ихтимал.

ҺЫУҒОЯР
Карьера өсөн шәп аҙна. Эшегеҙҙә күп ваҡыт үткәрергә тура килһә лә, һөҙөмтәһе ыңғай булыр. Уның ҡарауы, ғаиләлә мөнәсәбәттәр һыуынғандай тойолор. Мул табыш алыу мөмкинлеге бар. Яңы эш урыны тәҡдим итеүҙәре ихтимал.

БАЛЫҠ
Һеҙҙең өсөн бөтә ишектәр асыҡ. Эске тойомлауҙарға ҡолаҡ һалығыҙ, яҙмышты хәл итер осрашыуҙарға әҙер тороғоҙ. Яңы эшкә күсһәгеҙ, оҫталығығыҙҙы иҫбатлау өсөн ҡулай аҙна. Лотерея билеты һатып алып, тотализаторҙа уйнап, уңышты һынап ҡарағыҙ.
Читайте нас: