Һәр кем үҙ тормошонда шәфҡәтле, ярҙамсыл дуҫтары, йөрәкте йылытҡан һүҙҙәр һәм күңелде иреткән ғәмәлдәр булыуын теләй.
Йыл һайын 13 ноябрҙә Бөтә донъя изгелек көнө билдәләнә. Ул башлыса Тымыҡ океан төбәгендә урынлашҡан илдәр һәм уларға эйәргән Англияла беренсе тапҡыр “Бөтә донъя изгелек өсөн хәрәкәт” тип исемләнгән симпозиум үткәрелгән ваҡытта, 1998 йылда, барлыҡҡа килә.
Бөтә донъя изгелек көнө - ғәмәл байрамы. Тикшеренеүҙәр яҡшылыҡ, изгелек эшләүселәрҙең үҙҙәрен бәхетле тойоуын, һирәгерәк сирләүен һәм оҙаҡ йәшәүен күрһәтә. Ә үҙ тойғоларын йәшермәйенсә рәхмәт белдереүселәр һәм наҙ күрһәтеүселәр депрессиянан аҙыраҡ яфа күрә, оптимист була, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарай һәм тормоштарын көйлө тип иҫәпләй.
Фото: gimn.chernyahovsk.ru