Ышаныч
-1 °С
Кар
Барлык яңалыклар
Общие статьи
25 октябрь 2019, 11:41

“Лиза Алерт” ярҙамға һәр саҡ әҙер

Эҙләү отрядтары тураһында, моғайын, һәр кемдең ишеткәне барҙыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн һайын тиерлек кешеләр юғалып ҡына тора шул.

Эҙләү отрядтары тураһында, моғайын, һәр кемдең ишеткәне барҙыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн һайын тиерлек кешеләр юғалып ҡына тора шул.


Башҡортостанда иң әүҙем эшләгән отрядтарҙың береһе – “Лиза Алерт”. Улар кешеләрҙе ҡалала ла, урманда ла эҙләй. Өфөлә генә түгел, башҡа райондарға ла сығалар, унда кешеләрҙе ойошторалар. Күрше төбәктәргә лә сығып эҙләшәләр икән хатта.


Отрядтың Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе – Олеся Пышкина. Ул беҙгә эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.


“Кешеләр, айырыуса балалар юғалғанда нисек ситтән – интернеттан ғына күҙәтеп ултырмаҡ кәрәк? Түҙмәнем, отрядҡа мөрәжәғәт итеп, ярҙамымды тәҡдим иттем. Яйлап эштең айышына төшөнөп алдым, хәҙер уның төбәк етәксеһе кимәленә еттем”, – ти ул.


“Лиза Алерт”тың Башҡортостан төбәк бүлексәһендә нисә кеше булыуын аныҡ ҡына әйтеп булмай. Иң әүҙемдәре – 30-40 кеше самаһы. Улар даими эшләй, һәр ваҡыт эҙләүгә сығырға әҙер булған ышаныслы кешеләр, әммә был бик аҙ. Ни өсөн тигәндә, мәҫәлән, урманда юғалған кешене эҙләү өсөн 5х5 квадрат километр майҙанды тулыһынса байҡап сығыу өсөн 50 кеше кәрәк. Ә урмандың ни тиклем ҙурлығын, кешенең әллә ҡайҙа сығып китеүе ихтималлығын иҫәпкә алғанда, был ысынлап та аҙ. Олеся әйтеүенсә, беҙҙә халыҡ әүҙем түгел. Эйе, балалар юғалһа, шөкөр, кеше әүҙемләшә, күптәр ярҙамын тәҡдим итә. Ә өлкәндәр юғалһа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш бик һүлпән бара.


Отряд Өфө генә түгел, бар республика буйлап ойошторолған эҙләүҙәрҙә ҡатнаша. Унда даими рәүештә уҡыуҙар ҙа булып тора икән. Һәр яңы килгән кешене өйрәтәләр, эштең айышына төшөндөрәләр. Ғәҙәттә, башлап тороусыларҙы тәүҙә “инфорг”, йәғни мәғлүмәт туплаусы итеп ҡуялар. Эҙләү барышы тураһында барлыҡ яңылыҡ унда була, ул ирекмәндәрҙе йүнәлтә һәм эшмәкәрлеген көйләй, юғалған кешенең туғандары, полиция хеҙмәткәрҙәре менән аралаша, иғландар, эҙләү-йүнәлтмә ҡағыҙҙары (ориентировкалар) әҙерләп бирә һ.б.


Тағы шуныһын билдәләргә кәрәк: отряд күрһәткән ярҙам тулыһынса бушлай башҡарыла. Эҙләү өсөн дә, балаларға лекциялар үткәреү, яңы кешеләрҙе өйрәтеү, уҡытыу өсөн дә улар аҡса алмай. Бик күп осраҡта ирекмәндәр үҙ аҡсаһына, үҙ бензиндарын яғып, үҙ машиналарында эҙләүгә сыға. Шулай ҙа әйберләтә ярҙамды ҡабул итәләр. Мәҫәлән, юғалған кешенең туғандары уларҙы ашата, эҙләү өсөн кәрәк булған әйберҙәр – фонарь, рациялар, навигаторҙар һәм башҡаны алып биреүе ихтимал.


Былтырғы статистика менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Башҡортостанда юғалған кешеләр шулай уҡ күпме икән ни? Отрядта шундай мәғлүмәт бирҙеләр: былтыр кеше юғалыуы тураһында 300 самаһы ғариза алынған. Уларҙың 193-ө – иҫән, 45-е үле килеш табылған. 29 кешенең яҙмышы ошо көнгәсә билдәһеҙ. Йәнә туғыҙ кешенең туғандарын тапҡандар.


Дөйөм алғанда, күпселек осраҡта кешеләр табыла һәм, шөкөр, уларҙың күпселеге иҫән, әммә бөгөнгә тиклем табылмағандар ҙа байтаҡ. Шуныһы шатлыҡлы, Башҡортостанда юғалып, табылмай ҡалған балалар бөтөнләй юҡ.


Балалар һәм үҫмерҙәр юғалыуын иҫкәртеү өсөн “Лиза Алерт”та күп эш башҡарыла. Улар балалар баҡсаһына, мәктәптәргә бара һәм балалар өсөн лекциялар уҡый, файҙалы кәңәштәр бирә. Шулай уҡ ата-әсәләр өсөн дә лекциялар үткәрәләр, төрлө иҫкәрмәләр әҙерләйҙәр.


Олеся әйтеүенсә, уларға ирекмәндәр, ярҙамсылар һәр ваҡыт кәрәк. Тәүге килгән кешенән бер ниндәй ҙә махсус белем талап ителмәй. Нимә кәрәк, быға улар үҙҙәре өйрәтә. Айына бер тапҡыр ҙур йыйылыш, уҡыуҙар үткәреп торалар.


Әгәр был хәрәкәткә ҡушылып, яҡшы эштәр башҡарырға теләйһегеҙ икән, отрядтың “ҡыҙыу элемтә”һенә 8-800-700-54-52 һандары буйынса шылтыратырға йәки интернетта уларҙы табып анкета ҡалдырырға була.
Читайте нас: