Ышаныч
+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Общие статьи
25 октябрь 2019, 17:26

"Бүләкте хеҙмәтегеҙ менән яуланығыҙ"

Бөгөн – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө. Байрам уңайынан Өфөлә тантаналы саралар башланды.

Бөгөн – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө. Байрам уңайынан Өфөлә тантаналы саралар башланды.


Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарған Андрей Назаров бер төркөм хеҙмәт батырҙарын бүләкләне. Улар араһында хакимиәт башлыҡтары, ойошмалар етәкселәре, ябай эшселәр ҙә бар ине.


Тантанала шулай уҡ төрлө номинацияла ауылдар ҙа бүләкләнде. Иң төҙөк, иң матур, халыҡҡа йәшәү өсөн тормош шарттары уңайлы булған ауыл хакимиәте башлыҡтарының хеҙмәтенә лә баһа бирелде.


Ауылдың киләсәге – балалар. Ошо йәһәттән Ауыл хужалығы министрлығы уҡыусылар араһында ижади эштәргә конкурс иғлан иткәйне. Ошо бәйгегә йомғаҡ яһалып, иң һәләтле балаларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: