Ышаныч
-6 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Общие статьи
22 октябрь 2019, 11:40

Янғынды иҫкәртеп була!

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә гаждандарҙың йорттарында һәм фатирҙарында янғынды иҫкәртеү ҡулайламаһын ҡуйыу эштәренең барышы тикшерелде.

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә гаждандарҙың йорттарында һәм фатирҙарында янғынды иҫкәртеү ҡулайламаһын ҡуйыу эштәренең барышы тикшерелде.


Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, янғындарҙа һәләк булғандарҙың 80 проценты төтөнгә һәм әйберҙәр янғанда бүленеп сыҡҡан токсикологик мәтдәләргә ағыулана. Шуға күрә белгестәр һәр йортҡа янғындан иҫкәртеү ҡулайламаһын ҡуйырға кәрәк, тип иҫәпләй.


Өс йыл эсендә ошондай ҡулайлама 290 кешенең ғүмерен ҡотҡарған. Республика ҡаҙнаһы иҫәбенә 100 меңдән ашыу шәхси йортҡа һәм фатирға янғынды иҫкәртеү приборы ҡуйылған. Был иҫәпкә аҙ тәьмин ителгән күп балалы, шулай уҡ социаль йәһәттән имен булмаған ғаиләләр, 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң сабыйҙары тыуғандар инә. Ағымдағы йылдың 26 сентябренән иһә льготалы категорияға ҡарағандар иҫәбенә 55 йәштән өлкәнерәк яңғыҙ йәшәгән граждандар ҙа ҡушылды. Өс аҙна эсендә уларға 1700 янғынды иҫкәртеү ҡулайламаһы тапшырылған.


Был эштең мөһимлеген билдәләп, республика Башлығы Радий Хәбиров ҡуйылған иҫкәртеү сараларын артабан хеҙмәтләндереүҙе хәстәрләргә ҡушты: улар һәр саҡ сафта булырға тейеш.
Читайте нас: