Ышаныч
+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
Общие статьи
22 октябрь 2019, 18:48

Асҡында – янғын

Бөгөн Асҡын районында ағас өй яныу сәбәпле, 80 йәшлек ҡатын үлгән – был турала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

Бөгөн Асҡын районында ағас өй яныу сәбәпле, 80 йәшлек ҡатын үлгән – был турала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.


Дәүләт ауылының Конституция урамындағы бер йортҡа “ҡыҙыл әтәс” ҡуныуы тураһындағы хәбәр янғын һүндереүселәргә иртәнге һигеҙенсе егерме биш минутта килә.


"Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре килеп етеүгә 5х7 метр ҙурлығындағы ағас өй тулыһынса яна ине. Ут бер сәғәттән һүндерелде", – тип хәбәр иттеләр ведомствонан.


Әлеге ваҡытта янғындың нимәнән башланыуы тикшерелә. Фажиғәле үлемгә дусар булған оло кешенең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: