Ә һарымһаҡҡа килгәндә, ул ҡыш уртаһында уҡ кибә, серей башларға мөмкин. Быны булдырмау өсөн, киптерелгән һарымһаҡты эмалле кәстрүлдә бойҙай оно менән аралаштырып һаҡларға мөмкин. Һарымһаҡтар бер-береһенә тейеп тормаҫҡа тейеш. Өҫтөнә лә күмелерлек итеп он һибергә. Кәстрүлдең ҡапҡасын ҡапларға һәм аш-һыу бүлмәһенә ҡоро урынға ҡуйырға.