Ышаныч
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Общие статьи
20 сентябрь 2019, 11:38

1 ғинуарҙан фатирлы булыу еңелләшә

Рәсәйҙәр торлаҡ шарттарын яңы йылдан тиҙерәк яҡшырта аласаҡ. Ни өсөн тигәндә, 1 ғинуарҙан яңы нормалар ғәмәлгә инә.

Рәсәйҙәр торлаҡ шарттарын яңы йылдан тиҙерәк яҡшырта аласаҡ. Ни өсөн тигәндә, 1 ғинуарҙан яңы нормалар ғәмәлгә инә.


Һалым түләмәйенсә фатир һатыу срогының биш йылдан өс йылға тиклем кәметелеүе күптәргә йәһәтерәк торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итәсәк.


Әлеге ваҡытта бүлмәне йәки йортто һалым түләмәй һатыу өсөн биш йыл көтөргә кәрәк. Мәҫәлән, йәш ғаиләгә бәләкәй торлаҡ майҙанын һатҡан аҡсаға ҙурыраҡ фатир алыу өсөн ярайһы ғына һалым түләргә тура килә. Иҫке фатирығыҙҙы 4,5 миллионға һатҡан хәлдә бюджетҡа ошо хаҡтың 13 процентын түләргә тура киләсәк. Ә был ярты миллион һумдан ашыу аҡса тигән һүҙ.


Эксперттар әйтеүенсә, яңы норманың индерелеүе дөрөҫ, рәсәйҙәр бит берҙән-бер торлаҡтарын байығыу өсөн һатмай. Маҡсат бер – торлаҡ шарттарын нисек тә булһа яҡшыртыу өсөн.
Читайте нас: