Ышаныч
+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
Общие статьи
11 сентябрь 2019, 13:08

Ни өсөн һыуҙы ултырып эсергә кәрәк?

Ғалимдар һыуҙы ултырған килеш эсеү аяғүрә баҫып ҡабул итеүгә ҡарағанда файҙалыраҡ булыуын билдәләгән.

Ғалимдар һыуҙы ултырған килеш эсеү аяғүрә баҫып ҡабул итеүгә ҡарағанда файҙалыраҡ булыуын билдәләгән.


Баҡтиһәң, ултырған һәм баҫып торған кешенең ашҡаҙанының торошо бер-береһенән айырыла. Аяғөҫтө килеш эскән ваҡытта һыу шунда уҡ бөйән (ун ике иле) эсәккә күсә. Ә инде ултырып эскәндә ул күпмелер ваҡытҡа ашҡаҙанда туҡтала һәм бындағы әсе һут тәьҫирендә бер ни тиклем үҙгәреш кисерә, зарарлы матдәләрҙән арына. Шулай уҡ белгестәр ултырған килеш эселгән һыуҙың бөйөрҙәр аша һәйбәтерәк фильтрланыуын һәм һыуһауҙы яҡшыраҡ баҫыуын билдәләй.


Әйткәндәй, һыуҙы ултырып эсеүҙең хупланған ғәмәл, йәғни сөннәт булыуы хаҡында Ислам динендә лә айырып әйтелә. “Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм кешегә һыуҙы аяғөҫтө баҫып эсергә, ашарға кәңәш итмәне” тиелә хәҙистә.
Читайте нас: