Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республика буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Иртән һәм төндә томан. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә плюс 5-10, айырым райондарҙа 0-дән 2 градусҡа тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе ихтимал. Көндөҙ 15-20 градус йылы була.