Ышаныч
-2 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Общие статьи
4 сентябрь 2019, 11:23

Был аҙнала ла йылытмай

Йылы көндәр республикаға киләһе аҙнала киләсәк, тип фаразлайҙар.

3 сентябрҙә борон етен йыйғандар. Көн аяҙ, ҡояшлы икән, ай буйы һауа торошо яҡшы, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ, тип фаразлағандар. Ә инде күкте болот ҡаплап, йондоҙҙар күренмәһә, ҡар иртә яуыр, имән сәтләүеге мул булһа, ҡар ҙа күп яуыр, тигәндәр.

Күреүебеҙсә, һауа торошо әлегә беҙҙе ҡыуандырыға уйламай. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, аҙна буйы, шул иҫәптән ял көндәрендә лә ямғырлы, һалҡын һауа торошо көтөлә. Температура төндә 7-8, көндөҙ иһә 14-15 градус йылы була.

Баҡсасыларға барлыҡ мәшәҡәттәрҙе киләһе аҙнаға кисектерергә кәңәш ителә. Йылы көндәр республикаға киләһе аҙнала киләсәк, тип фаразлайҙар. “Гидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә ярашлы, аяҙ һауа торошо аҙна буйы һаҡланасаҡ. “Әбейҙәр сыуағы” Башҡортостанда сентябрҙең икенсе яртыһында башланып, ике аҙна дауам итәсәк.
Читайте нас: