Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 28 августа республикала айырым биләмәләрҙә ямғыр яуа, көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ. Көньяҡ-көнбайыштан иҫкән ел әкренләп төньяҡ-көнсығышҡа күсә. Һауа температураһы төндә 6-11, көндөҙ 13-18, көньяҡ райондарҙа 23 градусҡа тиклем йылы булыуы күҙаллана.
29 августа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан, яуым-төшөм ваҡытында көсәйә. Һауа температураһы төндә 5-10, көндөҙ иһә 12-17 градус йылы була.