Ышаныч
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Общие статьи
27 август 2019, 13:38

Бәхиә әбей тере килеш табылған!

79 йәшлек Бәхиә инәй 22 августа уҡ юғалғайны.

79 йәшлек Бәхиә инәй 22 августа уҡ юғалғайны. Әле көндәр йылы торғанда йоҡа ғына күлдәктә бәшмәк йыйырға киткән ерҙән инәй аҙаша.


Ҡатын Асҡын районы урманында юғала. Уны эҙләргә ауылдаштары, ирекмәндәр дәррәү күтәрелә. Туғандарын инәйҙең ҡолағы насар ишетеүе лә бик борсолдора.


Һәм бына, ниһайәт, яҡшы яңылыҡ: инәй табылған! Ул тере! Әлбиттә, асыҡҡан, һыуһаған, өшөгән. Иң мөһиме – иҫән. Уны ҡотҡарыусыларҙың береһе барып тапҡан.


Был ваҡиғала шул шатландыра: бәлә килгәндә беҙҙең халыҡ дәррәү. Ауыл кешеләре лә, ирекмәндәр ҙә кеше ҡайғыһын урап үтмәй, ярҙамға килә. Ә бына өлкән туғандарҙы яңғыҙын урманға шулай ҙа бик ебәрмәйек. Улар балалар кеүек бит.
Читайте нас: