Ышаныч
+2 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Общие статьи
24 август 2019, 16:53

Беҙ шулай әҙерләйбеҙ, ә һеҙ нисек?

Хәйерле көн, ҡәҙерле хужабикәләр!

Хәйерле көн, ҡәҙерле хужабикәләр! Күбегеҙҙең ял көнөгөҙ аш бүлмәһендә эш менән мәж килеп үтәлер. Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар, салаттар һ.б. әҙерләү мәлендә беҙҙән дә бер нисә кәңәш ҡабул итегеҙ.


Таш ҡабаҡ икраһы

3 кг таш ҡабаҡ

1 стакан һыу

1 стакан шәкәр

350 г томат пастаһы

350 г көнбағыш майы

2 аш ҡалағы тоҙ


Ошоларҙы ҡушып 30-40 минут ҡайнатабыҙ, 2-3 минут ҡалғас, ярты стакан һарымһаҡ, 2 балғалаҡ 70 процентлы аш һеркәһе, 1 балғалаҡ ҡара борос һалабыҙ.


Стерилләнгән банкаларға тултырып, нығытып ябып ҡуябыҙ.


“Парамониха” салаты
2 кг помидорҙы түңәрәкләп, 1 кг һуғанды дүңгәләкләп ҡырҡып, 1 кг кишерҙе эре ҡырғыста ҡырып, 1 кг болгар боросон һаламлап турап, шуларға 300 г көнбағыш майы, 300 г шәкәр, 100 г туғыҙ процентлы аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ ҡушып ҡайнатабыҙ.


20-30 минуттан стерилләнгән банкаларға тултырып, төрөп һыуытабыҙ.
Читайте нас: