Ышаныч
+14 °С
Облачно
рәсми бүлек
15 Июля 2021, 04:10

Пермь крайы губернаторы Владимир Путиндан Өфөгә юлды яҡшыртыуҙы һораны

Пермь крайы губернаторы Дмитрий Махонин Пермь — Өфө трассаһын яҡшыртыу тәҡдимен индерҙе. 

Пермь крайы губернаторы Владимир Путиндан Өфөгә юлды яҡшыртыуҙы һораныПермь крайы губернаторы Владимир Путиндан Өфөгә юлды яҡшыртыуҙы һораны
Пермь крайы губернаторы Владимир Путиндан Өфөгә юлды яҡшыртыуҙы һораны

Төбәк башлығы 8 июлдә Мәскәү өлкәһендә Үҙәк ҡулса автомобиль юлын асыу тураһында фекер алышҡанда Рәсәй президенты Владимир Путиндан ошо хаҡта һораны.

«Беҙ ике баш ҡаланы тоташтырған Пермь – Өфө трассаһын да норматив хәлгә килтереү өсөн Башҡортостан етәкселеге менән мәсьәләне ентекле өйрәндек. Был беҙгә төбәктәребеҙҙе әүҙем үҫтерергә мөмкинлек бирер ине. Әгәр был хупланһа, бик рәхмәтле булыр инек», — тип белдерҙе Махонин дәүләт башлығына.

Владимир Путин ошо тәҡдимде ҡарарға вәғәҙә бирҙе һәм Мәскәү – Ҡазан – Екатеринбург тиҙлекле автомагистраленең ике йылға алдараҡ, 2022 йылда төҙөлөп бөтәсәген иҫкә төшөрҙө. Ул Перм крайы, Башҡортостан аша ла үтә.

 

https://www.bashinform.ru/news/1617044-gubernator-permskogo-kraya-poprosil-vladimira-putina-uluchshit-dorogu-do-ufy/

https://www.bashinform.ru/bash/1617121/

Пермь крайы губернаторы Владимир Путиндан Өфөгә юлды яҡшыртыуҙы һораны
Пермь крайы губернаторы Владимир Путиндан Өфөгә юлды яҡшыртыуҙы һораны
Автор:Аслямова Сумбель
Читайте нас