Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 13 августа республика буйынса бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан, яуым-төшөм ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 8-13, көндөҙ 15-20 градус йылы була.