Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, июлдең һуңғы, августың тәүге көнөндә республика буйынса ямғыр, айырым биләмәләрҙә боҙборсаҡ яуыуы ихтимал.
31 июлдә һауа температураһы төндә 5-10, көндөҙ иһә 17-22, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 27 градусҡа тиклем йылы булыуы күҙаллана. Урыны менән ҡырау төшөүе мөмкин. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан.
1 августа иһә һауа температураһы төндә 9-14, көндөҙ 13-18, көньяҡ-көнсығыш биләмәләрҙә 22 градус йылы була. Ел көньяҡ-көнбайыштан, әкренләп төньяҡҡа күсә.