Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығын һайлауға бөтәһе 3 054 003 бюллетень баҫыу ҡаралған, шул иҫәптән урыҫ телендә – 2 450 200, башҡорт телендә – 398 300, татар телендә 205 503 дана баҫыласаҡ.
Башҡорт һәм татар телендә баҫылған бюллетендәрҙә рус телендә текст та буласаҡ. КОИБ-тарҙа тауыш биреү өсөн 354 850 бюллетень баҫыла.
Был яуаплы эште “Белая река” нәшриәте атҡара. Бланкты әҙерләүҙең барлыҡ этаптары етди күҙәтеү аҫтында башҡарыла. Бюллетендең формаһы ла, тексы ла, артыҡ һәм яраҡһыҙҙарын юҡ итеү барышы ла тикшерелә.
Бюлетендәр 6 сентябргә әҙер буласаҡ һәм, ҡануниәткә ярашлы, участка һайлау комиссияларына тапшырыласаҡ. Бөтәһенең дә төп битенең өҫкө уң яҡ мөйөшөнә һайлау участкаһы комиссияларынан ике ағзаның ҡултамғаһы ҡуйылып, мисәт менән раҫлана.