Ышаныч
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Сайлау-2019
27 август 2019, 13:30

Өйҙән дә һайларға мөмкин

Ололар, инвалидтар, ныҡ сирләгәндәр, ауыр хәлдәге туғандарын ҡалдыра алмағандар 8 сентябрҙә өйҙә тауыш бирә ала.

Ололар, инвалидтар, ныҡ сирләгәндәр, ауыр хәлдәге туғандарын ҡалдыра алмағандар 8 сентябрҙә өйҙә тауыш бирә ала. Тик бының өсөн 8 сентябрҙән дә ҡалмай һайлау комиссияһына ғариза яҙыу шарт. Ғаризала ни өсөн һайлау участкаһына килеп тауыш бирә алмауың, тулы исем-шәрифең һәм йәшәгән адресың тулыһынса күрһәтелергә тейеш.


Телдән мөрәжәғәт иткән саҡта, махсус реестрҙа өйҙә һайларға теләгән һайлаусының килеү ваҡыты, исем-шәрифе, был ғаризаны ҡабул иткән участка комиссияһы ағзаһының ҡултамғаһы ҡуйыла. Әгәр ҙә икенсе кеше ярҙамында мөрәжәғәт тапшырылһа, уның да тулы исем-шәрифе күрһәтелә.


Һайлау көнөндә һайлау участкаһы комиссияһының хәл иткес тауышына эйә булған ағзаһы тауыш биреүсенең өйөнә килә. Уларҙың мисәт менән нығытылған ҡумтаһы, бюллетендәре, һайлаусының ғаризаһы булырға тейеш. Һайлаусыға килгән саҡта телдән мөрәжәғәт яҙма ғариза менән раҫлана. Унда паспорт мәғлүмәттәре, бюллетенде алыуҙы дәлилләгән ҡултамға ҡуйыла.


Һайлаусының һорауы буйынса паспорт мәғлүмәттәрен һайлау комиссияһы ағзаһының теркәүе лә ихтимал. Әгәр тауыш биргән саҡта бюллетень боҙолһа, унда тағы ла яңыны биреү хаҡында билдә ҡуйыла. Һайлаусы бюллетенде алған саҡта ҡул ҡуя алмаһа, уның өсөн туғаны йә күршеһе ҡултамға ҡуя ала. Мөмкинлектәре сикләнгән һайлаусы өсөн комиссия ағзалары ҡултамға ҡуйырға тейеш түгел.


Читайте нас: