Берҙәм һайлау көнөнә арналған матбуғат конференцияһында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко ошо хаҡта белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, быйыл Берҙәм һайлау көнөндә республикала өс төрҙәге һайлау уҙасаҡ. Әле сәйәси сарала ҡатнашасаҡ дәғүәселәр исемлеге билдәле.
Кемдәр Башлыҡ вазифаһына дәғүә итә?
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы вазифаһына 11 кандидат теркәү өсөн кәрәкле документтарын тапшырғайны. Уларҙың һигеҙе генә тәүге һынауҙы үтә алды. Һөҙөмтәлә Радий Хәбиров (“Берҙәм Рәсәй” партияһы), Иван Сухарев (ЛДПР төбәк бүлексәһе), Юрий Игнатьев (“Ғәҙел Рәсәй”), Юнир Ҡотлоғужин (“Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы”), Владимир Кобзев (“Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн” партияһы), Владимир Барабаш (“Гражданлыҡ көсө” сәйәси партияһы), Зөлфиә Ғайсина (“Яблоко” партияһы), Рәфис Ҡадиров (“Рәсәй патриоттары” партияһы) һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғын алды.
9-сы Ҡояшлы һайлау округынан (Өфө ҡалаһының Октябрь районы) – Вероника Ананьева (ЛДПР), Фәрит Ғиндуллин (“Берҙәм Рәсәй”), Заһир Хәкимов (“Рәсәй патриоттары” партияһы), Марат Камалетдинов (“Ғәҙел Рәсәй”), Айгөл Рәхмәтуллина (“Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы”), 16-сы Комсомол һайлау округынан (Нефтекама ҡалаһы) Артур Ғәлиев (ЛДПР), Рөстәм Әхмәҙинуров (“Берҙәм Рәсәй”), Элвир Шәмсиев (“Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы”), Тимур Рәҡипов (“Рәсәй патриоттары” партияһы), Рөстәм Ғәлимов (“Ғәҙел Рәсәй”) үҙҙәренең округында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа ҡаралған бер мандатҡа дәғүә итә.
Урындарҙа кемдәр ярышҡа сыға?
Республиканың урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына 7 329 депутат һайланасаҡ. Сәйәси сарала ҡатнашырға теләк белдереп, 15 765 кандидат мөрәжәғәт иткән. 22 июлгә ҡарата уларҙың 15 379-ы теркәлеп, һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғын алған. Кандидаттарҙың яртыһы самаһы – 7 мең 288-е “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәре. Шулай уҡ 4 615 кандидат үҙ-үҙен күрһәткән.
Урындағы һайлауҙарҙа ҡатнашыу теләген белдереп, 14 партия үҙенең кандидаттарын тәҡдим иткән. Улар араһынан ун партия вәкилдәре теркәү үткән: “Берҙәм Рәсәй”, “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы”, ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй”, “Рәсәй патриоттары”, “Яблоко”, “Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн”, “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы”, “Родная партия”, “Гражданлыҡ платформаһы”.
“Мобиль һайлаусы” технологияһы
24 июлдән һайлау көнөндә теркәлгән урындарында була алмаған граждандарҙан ғаризалар ҡабул итеү башлана. Әйткәндәй, улар республика биләмәһендә ҡалырға тейеш.
Бындай мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеү 4 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Ғаризаларҙы урындарҙағы территориаль һайлау комиссияларына һәм күп функциялы үҙәктәргә тапшырырға мөмкин. Әгәр ҙә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында теркәлгән булһалар, интернет аша ла ғариза бирә алалар.
Мәскәүҙә эшләйәсәк Һанлы һайлау участкаларында һайлаусылар исемлегенә теркәлеү тураһындағы ғаризаларҙы 24 июлдән 4 сентябргә тиклем Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ҡабул итәләр. Һанлы участканың исемлегенә инеү 8 сентябрҙә уҙасаҡ Башҡортостан Башлығын һайлауҙа Мәскәүҙән ҡатнашыу мөмкинлеге бирә.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко республика Башлығын һайлауҙа алдан тауыш биреү ҡаралмауын белдерҙе.
Әйткәндәй, быйыл һайлау участкалары иртәнге сәғәт 7-лә ишеген асасаҡ һәм киске 9-ға тиклем эшләйәсәк, йәғни һайлау ваҡыты ике сәғәткә оҙайтылды.
– Хәҙер төп бурыстарҙың береһе – һайлауҙа халыҡтың күпләп ҡатнашыуын тәьмин итеү. Беҙ бының өсөн бөтәһен дә эшләргә тырышасаҡбыҙ. Сара сағыу байрамға әйләнергә тейеш, – тине Илона Макаренко.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан белдереүҙәренсә, “Әйҙәгеҙ, һайлауға!” тигән саҡырыу төрөндәге акция иғлан ителәсәк. Унда билдәле шәхестәр ҙә ҡатнашасаҡ.