Быйыл грипп ҡасан башлана?
"Башҡортостанда грипп юҡ, әммә киҫкен вируслы респиратор ауырыу йөрөй", – тип хәбәр итә белгестәр. Әммә был киҙеү бик хәүефле булғанға оҡшай: кешеләрҙең тән температураһы юғары күтәрелә, тамағы ялҡынһый, башы сатнап ауырта, әйләнә, һөҙөмтәлә, ауырыу түшәккә ята.
Дауаланһаң да, дауаланмаһаң да киҙеү бер аҙна бара, тигән фекер йәшәй. Әммә организмды үлән сәйҙәре, вирусҡа ҡаршы препараттар менән ҡеүәтләп тормаһаң, өҙлөгөргә лә була.
“Роспотребнадзор” хәбәр итеүенсә, сентябрь башында уҡ республикала гриптан прививка эшләй башлағандар. 13 сентябргә 342 меңдән ашыу кешегә вакцина һалынған ( республика халҡының 8, 4 проценты), шуларҙың 88 меңдән ашыуы – балалар. Быйыл республикала 1,8 миллион кешегә прививка эшләү планлаштырылған – 418 мең балаға, 1,4 миллион өлкән кешегә.
Табиптар декабргә тиклем прививка эшләтергә тәҡдим итә, быйыл грипп ғинуар-март айҙарында көтөлә.