Ышаныч
+2 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
сәламәтлек сагы
12 февраль 2018, 16:07

Рөстәм Хәмитов: «Тотош республикала ошондай фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөргә ниәтләйбеҙ»

Алдағы йылдарҙа Башҡортостанда бер нисә йөҙ яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлөргә тейеш.

Алдағы йылдарҙа Башҡортостанда бер нисә йөҙ яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлөргә тейеш. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Бөрө районына эш сәфәре барышында шулай тип белдерҙе.


Питяк ауылында республика етәксеһе ауыл ерендә медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу буйынса программа сиктәрендә төҙөлгән шундай фельдшер-акушерлыҡ пункттарының береһен ҡараны.


Фельдшер-акушерлыҡ пункты яҡын-тирәләге дүрт ауылды – 600 самаһы кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Майҙаны 64 квадрат метрлыҡ бер ҡатлы бинала фельдшер һәм процедура кабинеттары, көтөп ултырыу бүлмәһе урынлашҡан. Медицина хеҙмәткәрҙәренең эше өсөн кәрәкле бөтә ҡорамалдар бар.


«Ауыл табибы» программаһы буйынса районға килгән участка терапевы Елена Петрова һөйләүенсә, бында ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн республика һәм район дауаханалары менән бәйләнешкә сығырға мөмкин.


Республика етәксеһе төп биналарҙы ҡарап сыҡты, эш һәм пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең уңайлылығын баһаланы. Район башлығы Александр Груздев һүҙҙәренсә, өс йыл эсендә муниципалитетта ошондай 10 пункт асыу күҙаллана.


– Шарттар һәйбәт, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Республикала шундай бер нисә йөҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөргә ниәтләйбеҙ. Был иҫке биналар мәсьәләһен хәл итергә тейеш.


Ауыл халҡы фекеренсә, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты элеккеһенән уңайлыраҡ, хеҙмәтләндереү шарттары күпкә яҡшыраҡ.


Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров бында республикала яңыраҡ барлыҡҡа килгән күсмә стоматология комплексы йүнәлтеләсәге хаҡында хәбәр итте.


Рөстәм Хәмитов халыҡ менән аралашҡанда тораҡ пунктты төҙөкләндереү менән ҡыҙыҡһынды. Уларҙың әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа ауыл үҫешә – юлдарға асфальт түшәлгән, газ үткәрелгән, юғары тиҙлектәге интернет бар. Һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә ҡала. Һыу үткәргес төҙөү буйынса проект документацияһы әҙерләнгән, хәҙер аҡса кәрәк.


– Һыу үткәргес буйынса эшләрбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шунда уҡ түгел, ләкин эшләрбеҙ.
Читайте нас: