Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһап, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика юлдарында авария хәлен борсоулы тип атаны һәм был йүнәлештәге эште көсәйтеү кәрәклеген билдәләне.
— Юлдарыбыҙҙа авария хәле борсоулы булып ҡала. Кешеләрҙеңименлеген күтәреү өсөн һәләкәткә килтереүсе бөтә факторҙарға ла иғтибар итеү, «Имен төбәк» аппарат-программа комплексын, хәүефле юл участкаларында видеотеркәү системаһын һөҙөмтәлерәк ҡулланыу мотлаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Тәртип боҙоусылар, руль артында алкоголле эсемлектәр эсеүселәр, тиҙлек режимын үтәмәүселәр менән ҡаты көрәш алып барырға кәрәк.