7 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация советы ултырышын үткәрҙе. Унда хоҡуҡ һаҡлау органдары, профилле министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырышта урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡыуға ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре ҡаралды.
– Беҙҙә урман яҡынса 6 млн гектәрҙа үҫә, был республика майҙанының 40 проценты. Быйыл урман фондына 30 млн һумдан ашыу зыян килтерелгән. Полиция хеҙмткәрҙәре һәм урман инспекторҙары тармаҡта ҡануниәтте боҙоуҙың ике меңдән ашыу осрағын асыҡлаған, - тине Рөстәм Хәмитов.
Быйыл 38 урман янғыны теркәлгән, шул уҡ ваҡытта уларҙың күбеһе ут менән һаҡсыл ҡулланмау, иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан. Урмандарҙа янғын хәүефе ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 500-гә яҡын кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. 163 осраҡта улар айырыуса янғынға ҡаршы режим шарттарында булған.
– Янғынға ҡаршы режим ваҡытында ҡағиҙәләрҙе боҙоуға, ысынлап та, аптырарлыҡ. Уларға һалынған штрафтар 4 млн һумдан арта, ә бер кешегә штраф – ни бары 8 мең һум. Улар тиҫтәләгән, йөҙәрләгән миллион һумға зыян килтерә ала, әммә беҙ уларға ҡоро, янғын хәүефе ваҡытында усаҡ яндырғандары, башҡа һаҡлыҡ сараларын иҫәпкә алмағандары өсөн 8 мең һумға штраф һалабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Янғындарҙы кисектереү, иҫкәртеү буйынса эште, әлбиттә, бөтә йүнәлештәрҙә лә көсәйтергә кәрәк.
Республика етәксеһе хоҡуҡ һаҡлау органдарына һәм профилле ведомстволарға «урман амнистияһы» һорауҙарына ла яуаплы ҡарарға күрһәтмә бирҙе.
«Урман амнистияһы» 2017 йылдың 29 июленән 280-се Федераль закон менән ҡаралған. Ул ер участкалары урман фонды составында иҫәпләнгән, әммә ысынында иһә башҡа категориялағы ерҙәр сифатында файҙаланған граждандарҙың һәм ойошмаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауға саҡырылған. Закон Урман дәүләт реестры һәм Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры араһында ҡапма-ҡаршылыҡты участка хужалары файҙаһына хәл итеүгә йүнәлтелгән.
— Был һорауға яуаплы ҡарауығыҙҙы һорайым. Намыҫлы граждандарҙан һәм ойошмаларҙан тыш, закон ҡағиҙәләре менән төрлө кимәлдәге алдаҡсыларҙың файҙланыуы бар, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы