Өфөлә йылдың тәүге эш көнөндә һауа температураһы -6,-10 градус булыуы, ел секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫеүе, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.
9 ғинуарҙа Башҡортостанда циклон һаҡлана, ул төбәккә һыуыҡ яғы менән килә. Ҡар яуғандан һәм бурандан һуң термометр күрһәткестәре түбәнәйә башлаясаҡ, тип хәбәр итә ФОБОС һауа торошо үҙәге. Йылы һауа торошона алмашҡа йәнә һыуыҡтар килә һәм ул ял көндәренә көсәйәсәк.