2018 йылда республика властарына хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле мәсьәләләрҙең күпселек өлөшөн хәл итергә кәрәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта белдерҙе.
– Бөгөн 3 мең самаһы ғаиләнең торлаҡ алмау йәһәтенән хәүеф зонаһында ҡалғанлығы барыһына ла яҡшы билдәле. Кешеләр аҡса һалып, йылдар буйына көтә – һәм бер нәмә лә алмай. Торлаҡ төҙөүгә бәйле булмаған объектив һәм аҡса йыйып, улар менән билдәһеҙ йүнәлештә юғалыуға бәйле субъектив сәбәптәр ҙә бар, әлбиттә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Дөйөм тырышлыҡ менән хәлде үҙгәртә алырбыҙ, тип уйлайым. 2018 йылда беҙ ошо мәсьәләләрҙең күпселек өлөшөн ябырға бурыслы. Ошондай енәйәттәргә ҡаршы әүҙемерәк көрәш алып барырға, уларҙы иҫкәртергә кәрәк.