Ышаныч
-26 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
рәсми бүлек
12 ноябрь 2019, 11:25

“Владимир Путиндың һүҙҙәрен уҡып сығыу етә”

#ВладимирПутин

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков Владимир Путиндың һүҙҙәренә аңлатма бирҙе. Уның билдәләүенсә, ил етәксеһенең бакалавриат һәм магистратура тураһында әйткәндәрен аныҡ спикер менән дискуссия юҫығында ҡарарға кәрәк.
“Бөтәһе лә контекста бар ине. Бында аңлатма бирерлек бер нимә лә юҡ. Путиндың һүҙҙәрен ҡайтанан уҡып сығыу етә – уларҙың барыһы ла сайтта бирелгән”, – тине Песков журналистар менән аралашыу барышында.
Киң мәғлүмәт саралары Владимир Путиндың “рус теле” кеүек йүнәлеш буйынса бакалавриат һәм магистратураға бүлеү схемаһының һөҙөмтәле булыу-булмау мәсьәләһен күтәреүе тураһында хәбәр иткәйне. Шул уҡ ваҡытта Президент юғары белем биреүҙең бакалавриат менән магистратураға бүленешен ҡайһы бер белгеслектәр өсөн ҡулай булыуын да телгә алғайны.
#ВладимирПутин
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас в