Ышаныч
-2 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
рәсми бүлек
12 ноябрь 2019, 11:10

Владимир Путин: “Восточный”ҙа әле булһа урлашалар!”

#ВладимирПутин

Президент оборона-сәнәғәт комплексы өлкәһендә йоғонтоло һәм һөҙөмтәле контроль булдырырға ҡушты.
Тиҫтәләгән енәйәт эше асыуға, ғәйеплеләрҙе ҡулға алыуға ҡарамаҫтан, “Восточный” космодромы төҙөлөшөндә әле булһа тәртип юҡ. Рәсәй Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә Владимир Путин ошо турала белдерҙе.
Оборона өлкәһендә һатып алыуҙарҙы тормошҡа ашырғанда бюджет аҡсаһын маҡсатҡа ярашлы һәм тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыу зарурлығына килгәндә, ил башлығы башҡа ҙур проекттарға, шул иҫәптән “Восточный” космодромы төҙөлөшөнә ошондай уҡ талап ҡуйыуын билдәләне.
“Асыҡтан-асыҡ эшләгеҙ, аҡса күпләп бүленә, проект дөйөм милли характерға эйә, тип йөҙ тапҡыр әйтелде! Юҡ, һаман да йөҙҙәрсә миллионлап урлашалар. Тиҫтәләгән енәйәт эше асылды, суд ҡарарҙары бар, кешеләр төрмәлә ултыра. Әммә был өлкәне яйға һалып булмай”, – тине дәүләт башлығы.
Фото: www.gazeta.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: