Президент Владимир Путин илебеҙҙә “Википедия”ны электрон төрҙәге өр-яңы Ҙур Рәсәй энциклопедияһына алмаштырыу тәҡдимен индерҙе.
“Википедия”ға килгәндә... Уны электрон төрҙәге яңы Ҙур Рәсәй энциклопедияһы менән алмаштырыу яҡшыраҡ булыр. Унда заманса формала тәҡдим ителгән дөрөҫ мәғлүмәт тупланасаҡ”, – тине ул.
2020 – 2022 йылдарҙа “Википедия”ның Рәсәй аналогын төҙөүгә 1,7 миллиард һум самаһы аҡса, шулай уҡ “Ҙур Рәсәй энциклопедияһы” нәшриәтенә субсидия бүлеүҙең планлаштырылыуы тураһында сентябрҙә үк хәбәр иткәйнеләр. “2020 йылға һәм 2021, 2022 йылдарҙың план осорона федераль бюджет тураһында”ғы закон проектына ҡушымтала ла ошо турала әйтелә.
#ВладимирПутин