Был ун көнлөк сиктәрендә әҙип исемен йөрөткән Милли Йәштәр театры тамашасыларға түбәндәге спектаклдәрҙе тәҡдим итә:
15 октябрь – “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” үткән миҙгел премьераһы;
16 октябрь – “Тоҡ эсендәге бесәй” спектакль-концерты;
17 октябрь – “Ялалетдин атай” спектакль-уйланыуы;
18 октябрь – “Заһир, Гөлшат һәм Берлин асҡысы” лирик спектакле;
19 һәм 20 октябрь – “Мәҙәни шәмбе” мәктәп уҡыусылары өсөн махсус проект сиктәрендә “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектакле.
Ун көнлөктән Рус драма театры ла ситтә ҡалмаған. Улар 15 һәм 20 октябрҙә Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесы буйынса төшөрөлгән “Луна и листопад” спектаклен сәхнәләштерә.