Ышаныч
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
рәсми бүлек
4 октябрь 2019, 19:14

Поезда ла бушлай йөрөп була

1 октябрҙән “Алға” транспорт картаһы буйынса юл хаҡын түләүҙең сәғәтле тарифы шулай уҡ Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы поездарына ла ҡағыла.

1 октябрҙән “Алға” транспорт картаһы буйынса юл хаҡын түләүҙең сәғәтле тарифы шулай уҡ Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы поездарына ла ҡағыла.


Ошо көндән Өфөлә “Алға” картаһынан файҙаланған пассажирҙар бер сәғәт эсендә “Башавтотранс” автобустарынан һәм муниципаль электр транспортынан Дим – Шаҡша станциялары араһында йөрөгән поездарға күсеп ултыра ала. Икенсе һәм артабанғы юл йөрөүҙәр бушлай буласаҡ.


Бындай мөмкинлек Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ғәмәлгә индергән сәғәтле тариф нигеҙендә бирелә. Автобустарҙа, трамвай, троллейбустарҙа һәм ҡала яны поездарында ҡуйылған терминалдар транспортҡа ултырыу ваҡытын күрһәтә.


Мәғлүм булыуынса, пассажирҙар араһында киң танылыу яулаған Өфө аша көнсығышҡа һәм көнбайышҡа асылған маршурттарҙа билет хаҡы 20 процентҡа тиерлек арзанайҙы. Мәҫәлән, Оло Теләк станцияһынан Өфөгә тиклем килеү элек 170 һумға төшһә, хәҙер иһә – 144 һум 90 тин.
Читайте нас: