Ышаныч
+12 °С
Облачно
рәсми бүлек
19 Августа 2019, 13:35

Күңелгә май булып ята был һандар

Башҡортостандың быйылғы тәүге ярты йыллыҡтағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары күңелдә өмөт һәм киләсәккә ышаныс уятмай ҡалмай.

Башҡортостандың быйылғы тәүге ярты йыллыҡтағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары күңелдә өмөт һәм киләсәккә ышаныс уятмай ҡалмай. Улар республика етәксеһе Радий Хәбиров алып барған Хөкүмәт ултырышында иғлан ителде.


– Дөйөм алғанда, быйылғы йыл республика өсөн уңышлы бара, – тине Радий Фәрит улы. – Ҡайһы бер күрһәткестәр прогнозда билдәләнгән кимәлдән дә уҙып китте. Сәнәғәт һәйбәт темптар менән үҫә, ауыл хужалығында һуңғы йылдарҙа беренсе тапҡыр 100 процентҡа сыҡтыҡ. Төҙөлөш тармағы ла һиҙелерлек йәнләнде – торлаҡ төҙөп тапшырыу 13,4 процентҡа артты. Сауҙа өлкәһенең 3,2 процентҡа үҫеүе реаль эш хаҡының да арта төшөүе һәм халыҡтың һатып алыу һәләтенең көсәйә барыуын аңлата.
Читайте нас