Ышаныч
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
рәсми бүлек
14 март 2018, 16:29

Рәсәй Президентын һайлауҙа киң мәғлүмәт саралары аккредитацияһы тамамлана

2018 йылдың 14 мартында киске сәғәт 6-ла 2018 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа

2018 йылдың 14 мартында киске сәғәт 6-ла 2018 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа тауыш биреү бүлмәһендә һәм тауыш биреү йомғаҡтарын асыҡлағанда, һөҙөмтәләрҙе билдәләгәндә булыу өсөн киң мәғлүмәт саралары аккредитацияһына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана.


Тик аккредитация үткән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре генә 2018 йылдың 18 мартында тауыш биреү өсөн тәғәйенләнгән бинала, һайлау участкаларында һайлаусыларҙың тауыштарын иҫәпләгәндә булыуға, тауыш биреү йомғаҡтарын асыҡлағанда һайлау комиссияларының ултырыштарында ҡатнашыуға, фото һәм видео төшөрөүгә, тауыш биреү йомғаҡтары хаҡындағы протоколдар менән танышыуға һәм уларҙың раҫланған күсермәләрен алыуға хоҡуҡлы.


Аккредитация тәртибе Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының 2018 йылдың 17 ғинуарындағы №129/1071-7 бойороғо менән билдәләнгән.


Ғариза биреү өсөн кәрәкле документтарҙың формалары Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми порталындағы «Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре аккредитацияһы» бүлегендә урынлашҡан.
Читайте нас: