Республикала социаль инфраструктура – һаулыҡ һаҡлау, мәғариф объекттары, инженер селтәрҙәре һәм юлдар төҙөлөшөнә бүленгән аҡсалар күләме ярайһы уҡ артҡан. Был турала Башҡортостан Башлығы иҡтисад һәм социаль өлкәләге предприятие һәм ойошма етәкселәре – ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙа белдерҙе.
«Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау программаһына 2018-2020 йылдарҙа яңы объекттар төҙөүгә кәмендә 12 миллиард һум талап ителәсәк. Рәсәй Федерацияһының һанаулы төбәктәре генә бындай төҙөлөштәрҙе үҙаллы алып бара ала, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Юл фонды күләме 5-6 миллиард һумдан 19 миллиард һумғаса артҡан. Һуңғы ете йылда ошо сумманы өс тапҡырға арттырҙылар, был ғәйәт ҙур үҫеш».
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, республика ҡаҙнаһының сығым өлөшө алдағы йылдарҙа ла социаль йүнәлешен һаҡлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта яңы объекттар, атап әйткәндә, мәктәптәр, реабилитация үҙәктәре, поликлиникалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөүгә саралар күләме артабан да үҫәсәк.
«Алға китеш бар, республика эшләй. Булған бөтә ресурстарҙы ла социаль үҫешкә йүнәлтәсәкбеҙ. Был республика ҡаҙнаһы сығымдарының ҙур өлөшө, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ ваҡытта дәүләт-шәхси партнёрлыҡ варианттарын да әүҙем өйрәнергә кәрәк».