Ышаныч
-26 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
рәсми бүлек
16 февраль 2018, 12:12

ВТБ менән бергә тормошҡа ашырырға теләгән проекттар бар – Рөстәм Хәмитов

«Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы даирәләрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов

«Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы даирәләрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ВТБ банкы президенты урынбаҫары – идара рәйесе Денис Бортников менән осрашты.


Яҡтар банктың төрлө өлкәләге өҫтөнлөклө проекттарҙа ҡатнашыу, республиканың реаль иҡтисады секторына булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек һорауҙары буйынса эшмәкәрлекте артабан үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.


— ВТБ банкы менән күптән һәм һөҙөмтәле эшләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙең менән бергә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә, яңы предприятиелар төҙөү, инфраструктураны үҫтереү буйынса тормошҡа ашырырға теләгән проекттар бар.


— Башҡортостан илдең юғары кимәлдә бизнесты үҫтереү потенциалына эйә булған ҙур төбәктәрҙең береһе булып тора. ВТБ республика Хөкүмәте менән берлектә мөһим проекттарҙы уңышлы ғәмәлгә ашыра ла инде, – тип билдәләне Денис Бортников, осрашыу йомғаҡтарына комментарий биреп. – Ярҙамыбыҙ артабан да төбәктең иҡтисадын нығытыуға булышлыҡ итер тип ышанам.
Читайте нас в