2018 йылда тыуған беренсе балаға ҡаралған айлыҡ түләүҙе алыуға Башҡортостанда әлегә өс ҡатын ғариза тапшырған. Өсөһө лә Өфөнән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Республика халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәге филиалдары беренсе балаға яңы социаль түләүгә ғаризалар ҡабул итә. Шунда уҡ 2018 йылда тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған өсөнсө һәм унан һуңғы балаға айлыҡ түләү алыуға документтар тапшырырға мөмкин. Беренсе балаға айлыҡ түләү уны алыуға ғариза тапшырғанға тиклем алдағы йылдың икенсе кварталында төбәктә балаға билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленә тиң.
Башҡортостанда 2018 йылда беренсе балаға айлыҡ түләү күләме 8 892 һум тәшкил итәсәк. Ул балаға йәш ярым тулғанға саҡлы түләнәсәк.
Беренсе бала өсөн пособие түләүгә аҡса федераль ҡаҙнанан бүленә. Республика ағымдағы йылда был социаль ярҙам төрөн ғәмәлгә ашырыуға 533 миллион аласаҡ.
Республика халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәге филиалдарының адрестарын бында табырға мөмкин.