Ышаныч
+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
рәсми бүлек
25 гыйнвар 2018, 18:53

Республикала йәш спортсылар Владимир Путин Кубогы өсөн көрәшә

Йәкшәмбе, 28 ғинуарҙа,

Йәкшәмбе, 28 ғинуарҙа, Башҡортостандың баш ҡалаһы биш йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар араһында «OPEN REPUBLIK» грепплинг спорт көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһының асыҡ кубогын ҡабул итә.


Йәш спортсылар араһындағы ярышты Putin Team хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, республиканың Спорт көрәше федерацияһы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты ярҙамында булдырылған федераль проект — «Йәш армия» мәктәбе ойошторған.


«Беҙ Владимир Путиндың күсмә трофейы — «Лидер Кубогын» уйнатабыҙ. Уға көслө характеры һәм еңеүгә ынтылышы менән жюри ағзаларын әсир иткән ҡатнашыусыларҙың береһе лайыҡ булырға тейеш», — тип асыҡлыҡ индерҙе ойоштороусылар.


Грэпплинг спорт көрәше буйынса асыҡ кубок жюрийы составына Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының спорт һәм резерв әҙерләү бүлеге начальнигы Марсель Йосопов, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, «Берҙәм Рәсәй» партияһы фонды рәйесе Николай Самойленко, «Башҡортостан Республикаһының Путин Тим штабы» етәксеһе Рәмил Ғәниев һәм «Рәсәй әсәһе-2017» Юлиә Сенатор инде. Президент Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе, математик, физика-математика фәндәре докторы, профессор, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин дә спорт сараһының мөһимлеген билдәләне .


Ярышты асыу тантанаһы республиканың Спорт әҙерлеге үҙәгендә Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана (Өфө, Солтанов урамы, 24/1).
Читайте нас: