Бында Рәсәй төбәктәренән бай экспонаттар килтерелде.
Башҡортостанда белем һәм мәҙәниәт усаҡтарында бай йөкмәткеле саралар йыш ойошторола, шул иҫәптән “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексында ла форумдар йыл әйләнәһенә үткәрелә. Ошо аҙнала бында III Өфө халыҡ-ара белем биреү салоны асылыуы – шуға асыҡ миҫал. Күргәҙмәләр комплексында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Республикабыҙҙан ғына түгел, ә илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килгәндәр, ҡыҫҡаһы, Рәсәйҙең 40 төбәгенән 170 экспонат менән танышырға мөмкин. Бында заманса мәғариф системаһының бөтә төп йүнәлештәре, өр-яңы технологиялар сағылыш тапҡан.
Шул иғтибарға лайыҡ: сараның “Мәғариф” милли проекты уңышлы һәм әүҙем тормошҡа ашырылғанда һәм төбәк белем биреү проекттарына старт бирелгәндә уҙғарылыуы бигерәк тә әһәмиәтле.
– Республикабыҙҙа мәғарифты үҫтереүгә иғтибар көслө, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “сентябрь” Указында был йәһәттән ғәйәт ҙур бурыстар ҡуйылған, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров. –“Мәғариф” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, мәктәпкәсә йәштәге балаларға түңәрәктәргә бушлай йөрөү өсөн сертификаттар тапшырыла, балалар технопаркы эшләй, һанлы мәғариф үҙәге бар.
Фәнүр Мөхәррәм улы билдәләүенсә, балаларҙың бөтәһенә лә төплө белем алыу өсөн һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған. Бөгөнгө сара – тәжрибә уртаҡлашыу урыны, киләсәктә уның яңы ҡаҙаныштарға этәргес бирәсәге көн кеүек асыҡ.
Республикабыҙҙа мәғариф тармағы – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, әле Өфөлә ике полилингваль мәктәп уңышлы эшләй, республикабыҙҙа тағы ла шундай уҡ 12 белем усағының асылыуы көтөлә. Бынан тыш, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм үҫтереү буйынса белем биреү үҙәге, йәнә балалар технопарктары һәм кванториумдары эшләй башлаясаҡ. Вице-премьер ошолар тураһында ла һөйләне.
Улай ғына ла түгел, киләһе биш йылда республикабыҙҙа 60 мәктәп һәм 50 балалар баҡсаһын төҙөү һәм реконструкциялау (60 мең урын) эш планына ингән. Беҙҙә юғары белем алыуҙы үҫтереүгә етди иғтибар бүленә, алдағы йылдарҙа донъя кимәлендә фәнни-мәғариф үҙәге төҙөләсәк, шулай уҡ студенттарҙың вуз-ара кампусы барлыҡҡа киләсәк.
Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл старт алған “Ос!” мәғариф проектының айырым майҙанды биләүе отошло.
Өфө халыҡ-ара белем биреү салонында “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрелә, фекер алышыуҙар ойошторола, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә, ҡыҫҡаһы, 200-гә яҡын сара күҙ уңында тотола. Ул бер нисә өлөшкә бүленгән, айырыуса “Интерактив башҡорт” тигән залда олоһо ла, кесеһе лә күп ине. Бай күргәҙмә эшләй, һәр кем Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттары, колледждары, мәктәптәре һәм балалар баҡсаһының эше менән таныша алды. Башҡорт дәүләт университеты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Салонда ҡатнашыусылар кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләү тураһында белешмә алды, өҫтәмә белем алыу мөмкинлектәрен ҡараны.
Шул иғтибарға лайыҡ: Өфө халыҡ-ара белем биреү салоны интерактив күргәҙмә генә түгел, ә мәғариф тармағына ҡатнашлығы булған ата-әсәләр, педагогтар, мәктәп уҡыусылары араһында үҙ-ара аралашыу урыны ла. Салондың ишеге һәр кем өсөн асыҡ.
Ойоштороусылар һәр көндө айырым бер темаға арнаған. Мәҫәлән, быға хәтлем ул Үҙидара көнөнә һәм Уҡытыусылар көнөнә бағышланды. Бөгөн иһә Мәктәп уҡыусылары көнө бара, иртәгә Ата-әсәләр көнө буласаҡ.