Ышаныч
-3 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
6 ноябрь 2019, 12:00

Экспортҡа ҡеүәт өҫтәп

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бөгөн республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында “Экспорт форсажы”нда ҡатнашыусылар менән кәңәшмә үтә.
Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Етештергән продукцияны үҙ ереңдә генә һатыу, тимәк, майҙан тарлығы үҫешкә бигүк этәргес бирмәүе ихтимал. Ә ситкә сығарыу, киңерәк таратыу эшеңә ҡарата яуаплылыҡты ла, сифатты ла арттырыу мөмкинлеген бирә. Өҫтәүенә үҙ төбәгеңде нығыраҡ танытыуға өлөш индерәһең. Ошо маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп, республикабыҙҙа һуңғы ваҡытта экспорт үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәләренә ярашлы алып барылған комплекслы эш үҙ һөҙөмтәләрен бирә лә инде.

Мәҫәлән, Ауыл хужалығы министрлығында үткәрелә башлаған “Экспорт сәғәте”н генә алғанда ла, ул тармаҡҡа яңы һулыш бирәсәк тип көтөлә. Сараның тәүге ултырышында эшсе төркөм төҙөлөп, уның составына ингән аграр ведомстволар, Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты, Өфөләге Рәсәй экспорт үҙәге вәкилдәре төбәктә агросәнәғәт продукцияһы экспорты мәсьәләләре буйынса фекер алышып, өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе, уртаҡ бурыстарҙы билдәләне.
Әле “Экспорт форсажы”нда ҡатнашыусылар менән осрашыуҙың маҡсаты – Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын федераль акселерацияға мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукциялары экспорты”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт үҫешенең системалы саралары”.
Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: