Ышаныч
-26 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
30 октябрь 2019, 11:19

Төҙөлөш эштәре даими контролдә

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Мәғариф” һәм “Демография” милли проекттарына ярашлы, Башҡортостанда белем биреү учреждениелары биналары төҙөү эше дауам итә.




Билдәле булыуынса, күптән түгел республикала Федераль мониторинг төркөмө тикшереү менән булып, беҙҙә был йәһәттән атҡарылған эшмәкәрлекте уңышлы тип баһаланы.




“Төбәктә быйыл ғына 20 балалар баҡсаһы һәм 20 мәктәп төҙөлә, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, мониторинг төркөмөнөң йомғаҡлау ултырышында сығыш яһап. – Мәғариф биналары төҙөү йәһәтенән бығаса ундай күләмдә эш алып барылғаны юҡ ине”.




Төҙөлөш барышы даими контролдә. Йәкшәмбе, 27 октябрҙә, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров сираттағы тапҡыр күсмә ултырыш үткәрҙе, унда милли проекттарға ярашлы Өфөлә һәм Өфө районында төҙөлгән социаль әһәмиәтле объекттарҙың әҙерлек торошо ҡаралды.




“Дим-6” биҫтәһендә һалынған балалар баҡсаһында эш графиктан ныҡ артта бара. Ә объектты быйыл тапшырыу планлаштырылған ине. Әле төҙөүселәр бинаның икенсе ҡаты менән мәшғүл, ҡыйыҡ һалыу башланған.




Андрей Назаров объектта эшселәрҙе күбәйтеүҙе, тейешле материалдар килтереүҙе тиҙләтеүҙе талап итте.




Зубов ауылында 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын төҙөү тамамлана. Ул ике ҡатлы, айырым ҡаҙанлығы, трансформатор подстанцияһы бар. Әле объектта биҙәү эштәре бара, елләтеү системаһы ҡорола.




Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты ҡарамағындағы Төбәк проект офисы тарафынан аҙна һайын графиктан артта ҡалған объекттарҙағы эштәр мониторинглана. Мәғлүмәт республика етәкселегенә еткерелә бара.




Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.




“Демография” милли проекты биш федераль проектты үҙ эсенә ала: “Балаһы тыуған ғаиләләргә финанс ярҙам”, “Ҡатындарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттары тыуҙырыу”, “Өлкән быуын”, “Йәмғиәт һаулығын нығытыу”, “Спорт – йәшәү нормаһы”.




#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в