Ышаныч
+17 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
28 октябрь 2019, 11:44

Яңы микроскоп сафҡа инә

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика клиник онкология диспансерына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, юғары технологиялы медицина ҡорамалдары алыу дауам итә.




Бөгөн һәм иртәгә унда, яңы алынған заманса микроскопты файҙаланып, ҡатмарлы операция үткәрелә.




Республикала халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләүгә йүнәлтелгән саралар араһында онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкә айырыуса ҙур иғтибар бүленгәне мәғлүм. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров әлеге вазифаһында эш башлағандың тәүге көндәрендә үк медицина тармағының хеҙмәтләндереү кимәлен баһалап, етешһеҙлектәрҙе яйға һалыуҙы көн үҙәгендә торған төп проблемаларҙан башлау бурысын ҡуйҙы.




Был күрһәтмәләр араһында онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш беренсе сиратта. Республика онкология диспансерына яңы заманса бина төҙөү, медицина учреждениеларына юғары технологиялы ҡорамалдар, дарыу препараттары алыуҙың күләмен арттырыу, пациенттарҙа ошо ауырыуҙы тәүге стадияһында асыҡлаған медицина белгестәренә матди дәртләндереү сараһы булдырыу һ.б. ғәмәлдәр яман шешкә ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индерәсәк.




Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү”, “”Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш”, “Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш”, “Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү”, “Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү”, “Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү”, “Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү” федераль проекттарын үҙ эсенә ала.




#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: