Ышаныч
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
25 октябрь 2019, 11:12

Путин Хужағәлиевтәрҙе бүләкләне

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты илебеҙҙең дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.




Бүләкләнеүселәр араһында Татарстандың Минзәлә районынан Гөлнар менән Фәйез Хужағәлиевтәр ҙә бар. Дүрт бала тәрбиәләгән ғаиләгә “Ата-әсә даны” ордены тапшырылды.




2016 йылда Фәйез Бөтә Рәсәй “Йыл атаһы” конкурсының “Иң яҡшы ғаилә башлығы” категорияһында ҡатнашҡайны.




Ғаилә башлығы менән таныштырыу буйынса видеояҙмала Гөлнар Хужағәлиева тормош юлдашының улдарын ысын ир-егет итеп тәрбиәләүе тураһында һөйләй.




“Һинең тырышлығың һөҙөмтәһендә улар изге күңелле, спорт һөйөүсе, аҡыллы, ижади, ихлас кеше булып үҫә”, – ти ул.



#ВладимирПутин
Читайте нас: