Ышаныч
-16 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
25 октябрь 2019, 11:33

"Ашығыс ярҙам" ярҙамға ашыға

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда ашығыс ярҙам бригадаларын планшетлы компьютерҙар менән тәьмин итеү өсөн дәүләт контракты төҙөлдө. Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берҙәм дәүләт мәғлүмәти системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһына ярашлы тормошҡа ашырылды. Яңы ҡорамалдар 345 “Ашығыс ярҙам” машинаһына урынлаштырыласаҡ.




Планшеттарҙың бер өлөшө республиканың медицина учреждениеларына бирелде һәм тест рәүешендә эшләй башланы ла инде.




“Әле махсус тәьмин итеү программаһын, һаҡлау системаһын урынлаштырыу һәм техник мәсьәләләрҙе юлға һалыу эштәре бара. Программистар етешһеҙлектәрҙе һәм барлыҡҡа килгән ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтарҙы бөтөрөү бурысын атҡара. Мәғлүмәт биреүҙең әлеге төрөнә алдағы йылдың аҙағына тулыһынса күсеп бөтөргә исәпләйбеҙ”, – ти ашығыс ярҙам һәм медицина һәләкәттәре республика станцияһының медицина өлөшө буйынса баш табип урынбаҫары Александр Степанов.




Планшеттар ярҙамында медиктар онлайн режимында шылтыратыу ҡабул итә, юлда ваҡытта уҡ ауырыуҙың сирҙәр тарихын өйрәнә, тәүге медицина документтарын тултыра, дауаханаға ауырыуҙың хәле, кәрәк буласаҡ ярҙам тураһында хәбәр ебәрә тора.




Дауаханалар үҙ сиратында алынған мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, алдан уҡ ауырыуҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Был киҫкен осраҡтарҙа кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуға мөмкинлек бирә.




“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү”, “”Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш”, “Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш”, “Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү”, “Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү”, “Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү”, “Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү” федераль проекттарын үҙ эсенә ала.




#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в