Ышаныч
-5 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
24 октябрь 2019, 11:29

Өҫтәмә белем биреүҙә нимә үҙгәрә?

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Мәғариф” милли проектында өҫтәмә белем биреүҙе камиллаштырыуға ҙур урын бирелгән. Был өлкәне комплекслы үҫтереү саралары республикабыҙҙа эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла.




Илебеҙҙә был йәһәттән өҫтәмә белем биреүҙе персонификацияланған финанслау сертификаты тапшырыла башлай. Ул документ айырым балаға идентификациялы номер рәүешендә биреләсәк. Сертификат ата-әсәгә алдан һайланған өҫтәмә белем биреү программаһына дәүләт иҫәбенән түләү мөмкинлеген аса.




Яңы финанслау программаһы балаларҙы муниципаль һәм шәхси хеҙмәтләндереү системаларында теркәлгән түңәрәктәрҙә, секцияларҙа шөғөлләндереүҙе күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта уҡытыу йүнәлешен, белем биреү учреждениеһын һайлау хоҡуғы – тик ата-әсәлә.




Был алымдың өҫтөнлөктәре билдәле: балалар нәҡ үҙҙәре теләгән, ысынлап ҡыҙыҡһынған түңәрәктәргә йөрөйәсәк. Ата-әсәләр үҙ сиратында шәхси талаптарына тулыһынса яуап биргән учреждениеларҙы табасаҡ.




Өҫтәмә белем биреүҙе персонификацияланған финанслау системаһын индереү Башҡортостанда 2019-2020 уҡыу йылында ҡаралған. Шуға иғтибар итеү мөһим: яңы алым апробация формаһында барасаҡ. Быйыл был системаға 36 муниципаль берәмекте күсереү планлаштырылған.




Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.




#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: