Ышаныч
-15 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
24 октябрь 2019, 11:10

Путин: "Яҙмышты хәл иткес килешеүгә өлгәштек”

#ВладимирПутин#

Владимир Путин Төркиә Президенты Рәжәп Тайип Эрдоган менән алты сәғәттән ашыу һөйләшкәс, йомғаҡ яһалды.




Мәскәү менән Анкара Сүриәнең төньяғындағы хәл буйынса бер нисә килешеүгә өлгәште, тип белдерҙе дәүләт етәкселәре. Был килешеүҙәрҙе Рәсәй Федерацияһы етәксеһе “бик мөһим, хатта яҙмышты хәл иткес” тип билдәләне.




“Беҙ Сүриәнең берҙәм һәм территориаль йәһәттән бөтөн булыуын, Төркиәнең милли хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, Адан килешеүенә булышлыҡ итеү яҡлы”, тине Президенттар.


Билдәләнеүенсә, бөгөн төш ваҡытында Төркиә операцияһы алып барылған зонанан ситтәге биләмәләргә Сүриә хәрбиҙәре һәм Рәсәй хәрби полицияһы индерелә. Улар ҡурд подразделениеларын ил сигенән 30 саҡрымға алып китеүгә булышлыҡ итәсәк. Был ғәмәл 150 сәғәт эсендә тамамланырға тейеш.




Ошо мәлдән Рәсәй менән Төркиәнең берлектәге патрулләү саралары башлана. Ике дәүләт башлыҡтары Сүриә буйынса төҙөлгән меморандумдың үтәлешен күҙәтеү өсөн берлектәге алымдар тураһында һөйләшеп килеште.



#ВладимирПутин#
Читайте нас в