Ышаныч
+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
милли проектлар
22 октябрь 2019, 11:03

Путин: “Ҡайһы бер дәүләттәр баҫым яһай...”

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәүҙең Африка илдәре менән хеҙмәттәшлек өсөн цивилизациялы конкурентлыҡҡа әҙер булыуы тураһында белдерҙе.




Рәсәй лидеры әйтеүенсә, ҡайһы “Көнбайыштағы ҡайһы бер дәүләттәр суверенлы Африка илдәре хөкүмәттәренә баҫым яһай, уларҙы ҡурҡытыу, янау алымдарын да ҡуллана”.




Африка дәүләттәрен әүәлгесә үҙҙәренең колонияһы тип ҡабул иткән илдәр Рәсәйгә улар менән тығыҙыраҡ мөнәсәбәт булдырыуға ҡамасаулай.




Бынан тыш, Президент билдәләүенсә, Рәсәй һәм Африка дөйөм иҡтисади мәнфәғәттәрҙе бергәләп яҡларға, санкцияларҙан һаҡланырға ниәтләй, шул иҫәптән долларҙың өлөшөн кәметеү һәм үҙ-ара иҫәп-хисаптарҙа башҡа валюталарға күсеү юлын да ҡулланырға иҫәп тота.


#ВладимирПутин
Читайте нас: