Ышаныч
+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
18 октябрь 2019, 11:11

Путин полицияның хоҡуҡтарын киңәйтте

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин полиция хеҙмәткәрҙәренә граждандарға киҫәтеү яһау хоҡуғын биргән законға ҡул ҡуйҙы.


Документта билдәләнеүенсә, енәйәти һәм административ тәртип боҙоуҙар өсөн шарттар тыуҙырған ғәмәлдәр ҡылған, йәмәғәт урындарында үҙен йәмһеҙ тотҡан кешеләргә хоҡуҡ һаҡсылары киҫәтеү яһай ала.


Уның тәртибен, алымын һәм киҫәтеү яһаясаҡ вазифалы кешеләрҙе Эске эштәр министрлығы билдәләйәсәк. “Полиция тураһында”ғы Федераль закондың 13-сө статьяһына үҙгәрештәр индереүҙе Дәүләт Думаһының именлек комитеты ағзалары тәҡдим итте.


Йәмәғәт күҙәтеүе комиссияһының яуаплы секретары Иван Мельниковтың фекеренсә, яңы закон енәйәттәр һанын кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.



#ВладимирПутин
Читайте нас: