Ышаныч
-26 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
17 октябрь 2019, 11:23

"Медицинала иң мөһиме – ваҡыт"

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Башлығының күрһәтмәһе буйынса, Республика перинаталь үҙәге биләмәһендә медицина авиатранспорты өсөн вертолет майҙансығы төҙөлдө. Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.




16 октябрҙә майҙансыҡ штат режимында эш башланы. “Русавиа” авиакомпанияһының “Робинсон-4” вертолетында Нуриман районынан умартҡа һөйәгендәге ауыртыуы көсәйгән пациентты алып килделәр. Сирле артабан Республика клиник дауаханаһында дауаланасаҡ.




“Осоу ваҡыты утыҙ минут булды. Әгәр машинала килтерһәк, юлға сәғәт ярым китер ине, йәғни өс тапҡыр күберәк. Медицинала иң мөһиме – ваҡыт, – тип һөйләне республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының санитар авиация буйынса штаттан тыш төп белгесе Феликс Сакаев. – Был проект беҙгә ашығыс ярҙам сифатын күтәреү, төбәгебеҙҙең һәр урынынан пациенттарҙы республика үҙәктәренә тиҙ арала алып килеү мөмкинлеген асты”.




“Русавиа” авиакомпанияһының генераль директоры Дмитрий Торопов һүҙҙәренсә, тәүлек әйләнәһенә ике һауа судноһы дежурҙа – “АН-2” һәм “Робинсон-24” вертолеттары.




“Вертолет майҙансығы асылыу – республиканың санитар авиацияһы үҫешендә һәм төбәк халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүҙә алға ҙур аҙым. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы менән берлектә юл картаһы раҫланып ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы берҙәм предприятие булдырыласаҡ: минең уйымса, ҙурыраҡ һауа суднолары булған авиакомпания. Һөҙөмтәлә заманса медицина ҡорамалдары ярҙамында ултыра алмаған пациенттарҙы ла ташый аласаҡбыҙ”, – тине Дмитрий Торопов.




Әлеге санитар авиацияһы проекты Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы менән Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты тарафынан эшләнгән. Уларҙың етәкселәре әйтеүенсә, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн махсус йыһазландырылған Ватан вертолеты алырға планлаштырылған.




“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү”, “”Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш”, “Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш”, “Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү”, “Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү”, “Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү”, “Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү” федераль проекттарын үҙ эсенә ала.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в