Ышаныч
-15 °С
Болытлы
75 лет Победы
Барлык яңалыклар
милли проектлар
16 октябрь 2019, 11:10

Дәүләт түләргә ярҙам итәсәк

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Демография” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙа бала үҫтергән ғаиләләргә төрлө яҡлы ярҙам саралары даими булдырылып тора. Өс йәшкә тиклемге сабыйҙары булғандарға шәхси балалар баҡсаһы өсөн түләүҙә алты мең һумды компенсациялау ҙа – ошо эштең бер өлөшө.


Башҡортостанда мәктәпкәсә шәхси мәғариф учреждениеларында урын алыуға сертификаттар биреү ҡағиҙәһе раҫланды. Шуға ярашлы, республика һәм урындағы бюджеттарҙан шәхси балалар баҡсаларына ай һайын һәр сабый өсөн алтышар мең һум бүленәсәк. Был эш Стәрлетамаҡта старт алды.


Әгәр пилот проекты уңышлы була икән, шәхси балалар баҡсаларына сертификаттар биреү киләһе йылдың 1 сентябренән республиканың барлыҡ район-ҡалаларына индереләсәк. Был документ шәхси балалар баҡсаһында урын алып, муниципаль кимәлдәгегә урын көтөү, уларға түләгән кеүек үк хаҡ түләү хоҡуғын бирә.

Сертификат мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларына берҙәм электрон сиратта торған, муниципаль балалар баҡсаһында урын менән тәьмин ителмәгән өс йәшкә тиклемге сабыйлы ғаиләләргә бирелә.


Билдәле булыуынса, “Демография” милли проекты биш федераль проектты үҙ эсенә ала: “Балалары тыуған ғаиләләргә финанс ярҙам”, Ҡатындарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү шарттары булдырыу”, “Өлкән быуын”, “Йәмғиәт һаулығын нығытыу”, “Спорт – йәшәү нормаһы”.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в