Рәсәй башлығы ярҙамсыһы Юрий Ушаков хәбәр итеүенсә, дәүләт башлыҡтары нефткә хаҡты тотороҡландырыу өсөн ғәмәлдәрҙе көйләү, Сүриәләге һәм Фарсы ҡултығы төбәктәрендәге хәл-ваҡиғалар кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡ. Шулай уҡ донъя углеводород баҙарын тотороҡландырыу маҡсатында берлектә эш итеү алымдары ҡараласаҡ.
Сәфәр программаһына ярашлы, Владимир Путиндың Рәсәй-Сәғүд иҡтисади советының тәүге ултырышында ҡатнашыуы, Сәғүд Ғәрәбстаны принцы Мөхәммәт бен Сәлмән Әл Сәғүд менән әңгәмәләшеүе күҙаллана. Юрий Ушаков билдәләүенсә, сәфәр йомғаҡтары буйынса 30-ға яҡын документҡа, шул иҫәптән ведомство-ара һәм коммерция килешеүҙәренә ҡул ҡуйыласаҡ.